Был көндә һуғышта һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алалар. Шаран районы Йәрәмкә ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл асылды. Мемориалға 116 кешенең исеме яҙылған. “Яугирҙар шәхесен асыҡлау буйынса эҙләнеү һәм тикшеренеү эше алып барылды”, - ти Йәрәмкә ауылынан Әдиф Уйылданов.
Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан беҙҙең республика “Бер кем дә онотолмаған” тигән акцияға ҡушылды. Бөгөн Өфөлә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскә һалынды. Һуңынан эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Яҡуп Миңлеғоловтоң яу яланында табылған һөйәктәрен тапшырҙы. Яугир сығышы менән Дәүләкән районынан, Псков өлкәһендә һәләк булған.






