Башҡортостанда уҙған тәүлектә өс кеше янғын ҡорбаны булған

Башҡортостанда уҙған тәүлектә өс кеше янғын ҡорбаны булған
Фото №1 - Башҡортостанда уҙған тәүлектә өс кеше янғын ҡорбаны булған

Әбйәлил районы Тал Ҡусҡары ауылында ағас йорт янып киткән. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр 60 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан. Бәләбәй районы Савкин ауылында 70 йәшлек ир-уҙаман янғын ҡорбаны булған. Тағы бер ваҡиға Өфөлә теркәлде. Күп ҡатлы йортта фатир янып киткән. Утты һүндергәндән һуң, фатирҙа ҡотҡарыусылар ир-егет кәүҙәһен тапҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡышҡы һалҡын ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Башҡортостанда уҙған тәүлектә өс кеше янғын ҡорбаны булған

         Республикала йыл башынан 10 мең ярым янғын теркәлгән. Утта 227 кеше ғүмере өҙөлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ