Йыһандан ҡышҡы Өфөнө фотоға төшөргәндәр

Йыһандан ҡышҡы Өфөнө фотоға төшөргәндәр
Фото №1 - Йыһандан ҡышҡы Өфөнө фотоға төшөргәндәр

Космонавт Сергей Рязанский социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан баш ҡалаһы рәссемдәре менән уртаҡлашҡан. Йыһангир шулай уҡ Өфөгә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙған. “Өфө Рәсәйҙәге иң иркен ҡала: бер кешегә 700 квадрат метр майҙан тура килә. Өфө илдең мегаполистары араһында иң йәшел ҡала иҫәпләнә: һәр кемгә 202 квадрат метр урман тура килә. Бынан тыш, Өфөнө бер кем дә һәм бер ҡасан да яулап ала алмаған”, - тип яҙа Сергей Рязанский. Быға тиклем космонавт Иван Вагнер йыһандан төшөргән көҙгө Өфө һәм шихандар фотоһын күрһәткәйне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ