Быйыл Раевка ҡасабаһы кино фонды конкурсы еңеүсеһе тип танылғайны. Быға тиклем ауылда булған кинотеатр 2000 йылдар башында ябылған. Яңы кинозал 3Д һәм заманса тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Асыу тантанаһында режиссер Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы күрһәтелде.






