Был турала бөгөн Рәсәй Хөкүмәтендә үткән ултырышта Премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе.
Башҡортостанда бындай үҙәк өсөн яҡшы иҡтисад шарттар тыуҙырылған, ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Быға тиклем Рәсәй Хөкүмәте, шулай уҡ, 5 фәнни-мәғариф үҙәк буйынса ҡарар ҡабул иткәйне. Шулай итеп, киләһе йылдарҙа төҙөләсәк үҙәктәр иҫәбе 10-ға етте.




