Телефон аша граждандарҙың банк иҫәбендәге аҡсаны үҙләштереүселәр яңы ысулдар менән эш алып бара. Банк картаһы хужаһының паспортындағы мәғлүмәтте белеп тә аҡса урлау осраҡтары теркәлә. Мутлашыусылар шәхестең электрон ҡултамғаһы менән файҙаланып банктан кредит та ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөлә йәшәүсе Евгенийға йәкшәмбе кис банктың хәүефһеҙлек идаралығынан шылтыратып паспорт мәғлүмәтен тикшереләр. Эш хаҡын «Бөтә Рәсәй төбәктәрен үҫтереү» банкы картаһына алған ирҙән пароль йәки башҡа һандар ҙа һоралмай. Мутлашыусылар уның телефонына СМС-хәбәрҙәр ебәреп уның сим-картаһы менән идара итә башлай.
Финанс операцияны ойоштороу өсөн мутлашыусыларға ярты сәғәт ваҡыт етә. ПЭП йәки ябай электрон ҡултамға ярҙамында банктан кредит алыу өсөн бер СМС хәбәр етә. Быға тиклем банк менән намыҫлы хеҙмәттәшлек иткән шәхестең хаҡында мәғлүмәттәр базала автоматлаштырылған ысул менән күҙәтелә. Дөрөҫөрәге, ышаныслы хеҙмәттәшлеккә таянып банк клиент менән бәйләнешкә сыҡмайынса, шылтыратмайынса, ғаризаны оҙаҡ эшкәртмәйенсә бер нисә минут эсендә кредит тапшыра.
Электрон ҡултамға тәжрибәһе банк хеҙмәткәрҙәренең эшен еңелләштереү өсөн ҡаралған. Кредит һәм һәм башҡа финанс операциялар киң танылған хеҙмәттәрҙе тиҙерәк теркәү өсөн клиент дистанцион рәүештә ҡултамғаһын ҡуймайынса эш итә ала.
Электрон ҡултамға менән бөтә банктар ҙа эш алып бармай, Өфөлә мутлашыусылар «Home кредит», «Альфа» һәм тағы ла биш банк аша аҡса үҙләштергән осраҡтар раҫлана.
Белгестәр мутлашыусылар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн банктан хеҙмәткәр йәки башҡа шәхестәр шылтыратҡан осраҡта СМС-хәбәр менән килгән кодты файҙаланмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ кредит алған ваҡытта килешеү төҙөгөндә электрон ҡултамғанан баш тартыу хәйерле, сөнки киләсәктә яңы кредит ғаризаһыҙ ҡаралып, мутлашыусыға урлашыу өсөн бөтә юлдарҙы аса.
Флорида Ким.




