көнө алдынан республика Хөкүмәт йортонда ирекмәндәр Рәсәй Президенты грамоталары һәм иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде.
Үҙ сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып ярҙамға ашығыусылар пандемия ваҡытында ныҡлы терәк булды, тип билдәләнде осрашыуҙа. Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыу, дарыуҙар илтеү, мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү кеүек эштәрҙе башҡара һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетының «Беҙҙең хәстәрлек» проектында һәм «Беҙ бергә» акцияһында 5000 ирекмән ҡатнашҡан. Уларҙың биш йөҙҙән ашыуы йоғошло сир үткәргән. Награда бөгөн 25 кешегә тапшырылды, улар муниципалитеттарҙың ирекмәндәр штабы етәкселәре, «Дөйөм Рәсәй» халыҡ фронты төбәк бүлексәһе вәкилдәре һәм акциялар партнерҙары. Башҡортостандан бөтәһе 300 ирекмәнде бүләкләү ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева.




