Уҙған тәүлектә Башҡортостанда Ковид-19 вирусы 141 кешелә асыҡланған

Шулай итеп пандемия башланған мәлдән төбәктә яңы инфекция диагнозы 14689 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа табиптар 538 сирленең һаулығы өсөн көрәшә.

Ауыр хәлдәге 48 пациенттың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бынан тыш, сирҙе еңел формала үткәргән 1854 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән бер кеше һәләк булған. 71 кеше һауығып сыҡҡан

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда Ковид-19 вирусы 141 кешелә асыҡланған

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ