«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы Гран-приһын Учалы ҡыҙы Ләйсән Шөғәйепова яуланы

Өфөлә «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте. Быйыл ул коронавирус пандемияһына бәйле, онлайн-режимда ойошторолдо. Бәйгенең трансляцияһы Республика халыҡ ижадының ютуб-каналында барҙы. Егерме ҡыҙ ҙур сәхнәгә сығып, этник матурлыҡты күрһәтте, һәләттәрен асты. Ил кимәлендә ойошторолған конкурсты БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Сәхнәлә милләтебеҙҙең алтын ынйылары. Ил буйынса улар бөртөкләп тигәндәй йыйып алынған. Быйыл «Һылыуҡай» бәйгеһенә Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең тағы ла ун бер төбәгендә һайлап алыу турҙары ойошторолғайны. Ике йөҙ ҡыҙ араһынан егермеһе финалға үткән.

Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, быйылғы конкурсты тамаша залында жюри ағзалары үҙҙәре, журналистар һәм һылыуҡайҙарҙың яҡындары ғына күҙәтә алды. Ғәҙәттәгесә, бәйгелә ҡтанашыусыларҙы сағыу плакаттар, көслө алҡыштар менән ҡеүәтләнеләр.

Һылыуҡайҙар ике аҙна дауамында Өфөлә күләмле мәҙәни сараға әҙерләнеп, йыр-бейеү оҫталығын шымарта. Шулай уҡ әҙәби башҡорт теле буйынса ойошторолған дәрестәрҙә ҡатнаша, халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәте, тарихы менән таныша.

Үҙең менән таныштырыу, ижади оҫталыҡ, дефиленан тыш, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған этап та булды.

Бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Тамаша залында көсөргәнеш арта. Был аңлашыла. Сөнки милләтебеҙҙең иң гүзәл затына ҡиммәтле бүләк әҙерләнгән. Ул сәхнә артында хужаһын көтә.

Жюри ағзалары бәйгелә ҡатнашыусыларҙың тәбиғи матурлығынан тыш, эске донъяһы, тәрбиәһе, ихласлығына ла иғтибар итә. Еңеү яулар өсөн актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, үткерлек тә төп шарттарҙың береһе булды.

Быйыл сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә зауыҡлы бүләктәр, һандыҡ, бирнә әҙерләнгәйне. Еңеүсегә автомобилдән тыш, хәситә тапшырылды. Әйткәндәй, бәйге көндәлектәре һәм финал тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла күрһәтеләсәк.

Фото №1 - «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы Гран-приһын Учалы ҡыҙы Ләйсән Шөғәйепова яуланы

Гөлназ Хәйбуллина.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ