Рәсәй Хөкүмәте уҙғарған конкурста Башҡортостан проекты еңеүсе тип табылды. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов фекеренсә, был үҙәк республикала мәғариф һәм фән үҫешенә яңы мөмкинлектәр аса.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, бындай үҙәк республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә уны булдырыу өсөн ҙур көс һалырға кәрәк.
Евразия ғилми-мәғариф үҙәге проекты буйынса Өфөнөң Дим биҫтәһендә студенттар ҡаласығын төҙөү ҡарала.





