Бөгөн Өфөлә халыҡ иҫәбен алыу документтарына арналған күсмә күргәҙмә ойошторола

Бөгөн Өфөлә  халыҡ иҫәбен алыу документтарына арналған күсмә күргәҙмә ойошторола
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә  халыҡ иҫәбен алыу документтарына арналған күсмә күргәҙмә ойошторола

Ул “Карауанһарай” сауҙа комплексында үтә. Күргәҙмәлә уҙған кампанияларҙа алынған статистика мәғлүмәттәре күрһәтелә, ҡатнашыусыларҙы “Башархив” порталы менән ҡулланырға өйрәтәләр. “Башархив” – уникаль проект, унда 1917 йылдағы Өфө губернияһының 5 уезы, йәғни хәҙерге Башҡортостандың күп өлөшөнән архив яҙмалар тупланған. Унда 6 меңгә яҡын документ инә. Проект  халыҡҡа  үҙҙәренең  ғаилә тарихы, булмышы  һәм көнкүреше менән танышырға  ярҙам итә, генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелә. Күргәҙмә 15 декабргә тиклем дауам итә.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ