“Атмосфера” ғилми-етештереү предприятиеһы проекты менән инвестиция сәғәтендә Сергей Бессолов таныштырҙы. Ул әйтеүенсә, пандемия сәбәпле медицина кислородына ихтыяж күпкә артҡан. Әммә газ ҙур күләмдә етештерелмәй һәм уның технологиялары хәүефле булыуы мөмкин. Шыйыҡ газ етештереү был мәсьәләне хәл итә, ти ул. Әле компания завод өсөн ер участкаһы эҙләй. Объект бер айҙан төҙөлә башлай. Инвестор фекеренсә, предприятиеның киләсәге ҙур. Пандемиянан һуң, артыҡ газды нефть-химия предприятиеларына йүнәлтергә була.





