Өфөлә Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә

Өфөлә Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә
Фото №1 - Өфөлә Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә

Унда илебеҙҙең алдынғы хоҡуҡ белгестәре, эксперттар Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙең төбәк ҡануниәтенә йоғонтоһо тураһында фекер алыша. Форумда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ул сара ҡунаҡтарын сәләмләне һәм уңышлы эш теләне. Рәсәй дәүләт эшмәкәре, ғалим, Конституцияға төҙәтмәләрҙең авторҙарының береһе Сергей Шахрай әйтеүенсә, төп документҡа үҙгәреш индереү ул – заман талабы булды, әммә Конституцияға даими төҙәтмәләр кәрәкмәй.

Өфөлә Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә

Бөтә Рәсәй юридик форумы барышында илдә беренсе QR-Конституция күрһәтелде. Интерактив проект буйынса смартфоны булған һәр кем илдең төп законына индерелгән үҙгәрештәр тураһындағы мәғлүмәтте ҡарай ала. Бында аңлайышлы формала яңы хоҡуҡ нормалары тураһында яҙылған. QR-кодлы стелалар Башҡорт дәүләт университеты, Күп функциялы үҙәктәр офистары, автобус туҡталыштары һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ