Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр өсөн ташлама була

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр өсөн ташлама була
Фото №1 - Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр өсөн ташлама була

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа законға үҙгәреш ҡабул итергә ниәтләйҙәр. Ҡанун проектына ярашлы, үҙмәшғүлдәр эшҡыуарҙарға бирелгән льготалар менән файҙалана ала. Ташламалы кредит юлларға, льготалы лизинг программаларында ҡатнашырға һәм мәғариф хеҙмәттәре менән файҙаланырға рөхсәт ителә. Законға ярашлы, үҙмәшғүлдәр эшҡыуарҙарҙан айырмалы килемгә түбәнерәк һалым түләй. Әле республикала 20 меңдән ашыу йүнсел кеше үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ