Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында яңы проект менән таныштырҙылар. Калинин исемендәге хужалыҡта етештереүҙе киңәйтеү планлаштырыла. Әле бында йылына 16 мең тонна һөт һауыла, 130 мең тонна һыйыр ите етештерелә, шулай уҡ яҡшы уңыш алына. Агрохолдинг күрше Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарында фидлот – малды һимертеү майҙансыҡтары төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 3 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Радий Хәбиров дәүләт яғынан хужалыҡҡа ярҙам итергә һәм проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡушты.





