Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәге булдырыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, үҙәк стратегик әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итергә, фән, мәғариф һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Киләсәктә республика ҡеүәтле белем мәркәзе булараҡ та танылыу яулар, ти философия фәндәре докторы, профессор, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә республикалағы 6 университет, бер нисә ғилми учреждение һәм предприятиелар инә. Уның үҫеше өсөн Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә.





