Бөгөн Өфөлә ошолай тип аталған Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә. Унда Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр буйынса фекер алышыу бара. Форумда илдәге алдынғы эскперттар, юристар, дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ҡабул ителгән ҡайһы бер үҙгәрештәр Башҡортостанда күптән ғәмәлдә.
Андрей Назаров фекеренсә, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр урынлы һәм кәрәкле булды. Үҙгәреш халыҡ тормошон яҡшыртыу мәнфәғәтенән сығып әҙерләнде.
Форум барышында эшлекле секция һәм фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Бындағы сығыштар ғилми йыйынтыҡта һәм фәнни журналдарҙа баҫылып сыға.





