Бөгөнгә 1 миллион 700 меңгә яҡын кешегә прививка эшләнгән. Республика халҡының 40 проценттан ашыуы вакцинация үткән. Әле төбәктә ОРВИ менән ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Әммә был күрһәткес эпидемиологик кимәлдән түбәнерәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Киләһе аҙнанан Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелә башлай. Беҙҙең республикаға 1 мең доза “Спутник V” препараты ҡайтарыла. Максим Забелин дауам итә.





