1 мең 100-ҙән ашыу эшҡыуарға эш хаҡы түләү өсөн сама менән 2 миллиард һумлыҡ процентһыҙ кредит тапшырылған. Эшмәкәрлекте ҡайтанан тергеҙеү өсөн 5 мең заявка буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Бынан тыш, эшҡыуарҙарға льготалы шарттарҙа кредит бирелә. Республика Хөкүмәте бизнесҡа ярҙам буйынса өсөнсө пакет сараларын әҙерләй. Бының өсөн 18 миллиард ярым һум йүнәлтелә.





