“Ағиҙел” журналы Сабир Шәрипов исемендәге конкурс иғлан итте. Баҫманың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин белдереүенсә, ижади ярышта еңгән авторҙарға аҡсалата приз тапшырыла.
Сабир Шәрипов исемендәге конкурсҡа киләһе йылдың декабрендә йомғаҡ яһала. Әйткәндәй, республикала ташламалы хаҡҡа матбуғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө бара. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баҫмаларҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға була.






