Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. “Әле 62 муниципалитетта 2 мең 168 подъезд әҙер. Тағы 12-дә эшселәр иҫкәрмәләрҙе төҙәтә. Ике йортта ремонт башланмаған, бындағы халыҡ коронавирусҡа бәйле, эштәрҙе кисектергән. Быйыл беҙ бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алдыҡ. Подъездарға гарантия – 5 йыл. Ковид беҙҙең маҡсатҡа ҡамасауламай – беҙ төҙөкләндереү эшен дауам итәбеҙ”, тип яҙа Башҡортостан Башлығы.





