Интерактив проект менән таныштырыу баш ҡалала үткән 5-се Бөтә Рәсәй юридик форумы сиктәрендә ойошторолдо. Хәҙер илдең төп документы, ундағы өҫтәмәләр, үҙгәрештәр менән смартфоны булған һәр кем таныша ала. QR-код менән стелалар Конституция судында, Башҡорт дәүләт университетында, күп функциялы үҙәктәрҙә, автобус туҡталыштарында һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ҡуйыласаҡ. Юридик форумда башҡа ҡануни үҙгәрештәр хаҡында ла һүҙ барҙы. Улар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Конституциялағы үҙгәрештәр менән танышыу өсөн хәҙер оҙаҡ эҙләнергә кәрәкмәй, ҡулыңда смартфоның булыу ҙа етә. QR-код аша инеп үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт менән танышырға, уны файҙаланырға мөмкин. Ә интерактив таҡта йәмәғәтселек күп йөрөгән барлыҡ учреждениеларҙа ла ҡуйыласаҡ.
Интерактав проект менән таныштырыу Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй юридик форумы сиктәрендә ойошторолдо. Был сара бишенсе тапҡыр уҙа. Республика башлығы билдәләүенсә, форумдың темаһы мөһим, Конституция илдең нигеҙен һәм үҫеш юлын билдәләй.
Өфөлә уҙған форумда илдең төрлө төбәктәренән күренекле эксперттар ҡатнашты. Сит дәүләттәр менән онлайн бәйләнеш тә урынлаштырылды. Улар фекеренсә, сараның тап Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республика Конституция процесстары буйынса илдә маяҡ булып тора. Белгестәр билдәләүенсә, төп документҡа үҙгәрештәр индереү-заман талабы.
Яңы Конституцияла ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһын индексациялау һәм башҡа көнүҙәк темалар урын алған. Мәҫәлән, хәҙер Хөкүмәт рәйесе, федераль министрҙарҙы тәғйенләү процесы ла күпкә асығыраҡ буласаҡ.
Быйылғы юридик форум «Конституция-2020. Асыҡ власть эволюцияһы « тигән девиз аҫтында уҙа. Сара сиктәрендә йәш юристарҙың ултырышы, интеллектуаль уйындар ҙа ойошторолдо. Шулай уҡ «Йыл юрисы « премияһын тапшырыу тантанаһы ла үтте.
Рәмзиә Кәримова.





