Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы республиканың ике районында ҡеүәтле итле малсылыҡ комплекстары асырға планлаштыра. Проект Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән «Инвестиция сәғәте «ндә ҡаралды.
Видеокәңәшмәлә Радий Хәбиров инвесторҙар менән дәүләт ярҙамы мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгәндән һуң агрохолдинг субсидияларға дәғүә итә ала. Ултырышта шулай уҡ технопарктар асыу һәм юл яны сервисы объекттарын төҙөү мөмкинлектәре тикшерелде. Инвесторҙар проект сығымдары өсөн субсидия алыу мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Рафиҡ Әхмәтшин.




