Баш ҡаланың Рәсәй урамындағы ике ҡатлы коммуналь торлаҡта бер аҙна элек йылытыу системаһы ватылып батареялар сафтан сыға. Йортта йәшәүселәр торлаҡ-файҙаланыу участкаһына мөрәжәғәт итә, әммә ҡатмарлы хәлде был да ҡотҡармай. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Бер аҙна элек Рәсәй урамы, 42-се йорт адресы буйынса йәшәүселәрҙең йортонда торба ватылып йылытыу системаһы сафтан сыға. Зыян күреүселәр сатлама һыуыҡта фатир эсендә түҙеп торғоһғҙ һыуыҡ тип зарлана. Коммуналь торлаҡта йәшәүселәр бер нисә ҡат юрған ябынып йоҡларға мәжбүр.
Фатирҙағы батареяларҙың өҫкө өлөшө аҙ ғына йылыта, ә аҫ яҡлап бөтөнләй туңған тиерлек. Йорт хужалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына мөрәжәғәт итә. Эшселәр торбаларҙы йүнәтеп тә ҡарай, әммә һөҙөмтә юҡ - күләмле төҙөкләндереү талап ителә.
Торлаҡ-файҙаланыу участкаһы етәкселеге проблема менән хәбәрҙар. Йылытыу техникаһын ремонтлау өсөн өҫтәмә белгестәр һәм ҡоролмалар йәлеп ителәсәк, сөнки быға тиклем ойошторолған ремонт-монтаж эштәре мәсьәләне хәл итмәй.
Торлаҡ-файҙаланыу участкаһы етәкселеге ремонт эштәрен башлар өсөн әҙерләнһә, 20 градус һыуыҡта өшөгән фатир хужалары 30 градус сатламаны күҙ алдына ла килтерә алмай. Был осраҡта юрған һәм эҫе сәй менән генә йылынып булмаясаҡ – туғандарға йәки башҡа ергә күсенергә тура киләсәк.
Флорида Ким.




