Уҙған төндә республиканың таулы райондарында һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелде

 Термометр бағаналары Яңауылда – 12, Шүлгәнташ метеостанцияһында 28 градус һыуыҡ күрһәткән. Алдараҡ, быйыл декабрь башында һауа температураһы норманан бер градусҡа түбән була, республика антициклон йоғонтоһонда ҡала, тип күҙалланғайны.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ҡыштың тәүге ял көндәре лә һыуыҡ буласаҡ. Төндә 15-20, көндөҙ 9-14 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Яуым-төшөм күҙалланмай. Рәсәй гидрометүҙәге фараздарына ярашлы, декабрҙең тәүге ун көнөндә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-5 градусҡа һыуығыраҡ булыр тип күҙаллана.

Фото №1 - Уҙған төндә республиканың таулы райондарында һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелде

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ