Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ошо маҡсатта 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Матди ярҙам ноябрь һәм декабрь өсөн түләнә.
Ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, юғары уҡыу йорттары студенттары айына 10, урта һөнәри белем биреү йорттарында белем алыусылар 7 мең һум аҡса ала. Бөгөнгә республика дауаханаларында төрлө вазифаларҙа 1 мең 200-ҙән ашыу ординатор эшләй. Октябрҙә генә стационарҙарҙа белгестәргә ҡытлыҡ булыуы сәбәпле, поликлиникаларға эшкә 150 юғары курс студенты йәлеп ителде.




