Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 14833-кә етте

Уҙған тәүлектә исемлек тағы ла 144 сирлегә тулыланған. Бөгөн стационарҙарҙа 575 пациент дауалана, улар араһынан 48 кеше ауыр хәлдә, 10 сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа 18854 кеше  дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 76 кеше һауыҡҡан, бер кеше вафат булған. Пандемия башланған осорҙан ковид-19 вирусы республикала йәшәүсе 87 кешенең ғүмерен өҙҙө. 

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 14833-кә етте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ