Бөгөндән Өфө сауҙа үҙәктәрендә күсмә күргәҙмә эш башланы. Уның аша теләге булған һәр кем үҙенең шәжәрәһен белә ала.
«Башархив « тип исемләнгән проект Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән тупланған. Бындай төр тарихи ҡағыҙҙар Рәсәйҙең тик биш төбәгендә генә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документ республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә ярҙам итәсәк
Азат Ғәлиуллин.





