Интеллектуаль алыш

Өфөләге 28-cе коррекция мәктәп-интернатында шахмат буйынса турнир ойошторолдо. Белем усағында һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булғандар уҡый. Улар менән ҡаланың 23-cө спорт мәктәбе тренерҙары шөғөлләнә. Шахмат, шашка буйынса күнекмәләр аҙнаһына өс тапҡыр үтә, коронавирус пандемияһына бәйле был йүнәлештә эш дистанцион форматта алып барыла.

Билдәле булыуынса, тома һуҡыр балалар Брайль системаһы буйынса әҙерләнгән уйын ҡоралдары менән шөғөлләнә. Был спорт төрө уларҙың ваҡ моторикаһын һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә ярҙам итә. Әйткәндәй, турнир еңеүселәре артабан республика кимәлендә үтәсәк шахмат чемпионатында  мәктәп данын яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Интеллектуаль алыш

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ