Республика төбәктәрендә Яңы йыл майҙандары төҙөү дауам итә

Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре лә яңы йыл шыршыһы ҡуйҙы. Быйыл ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошмаларға ла үҙҙәренең тирә-яғын байрамса биҙәргә, йылдың төп символы тирәләй боҙ ҡаласыҡтары төҙөргә тәҡдим ителгән. Фасадтарҙы сағыу иллюминация, ихата алдарын ҡар һындар биҙәйәсәк, балаларға һырғалаҡтар эшләнәсәк.

Байрам көндәрендә ауыл биләмәһендә  барлыҡ мәҙәни-спорт саралары асыҡ һауала  үтәсәк. Ойоштороусылар халыҡҡа байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша.

Фото №1 - Республика төбәктәрендә Яңы йыл майҙандары төҙөү дауам итә

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ