Хәрби хәтер һәм дан көнөндә Өфөлә иҫтәлекле саралар ойошторола

Хәрби хәтер һәм дан көнөндә, йәғни 15 февралдә, Өфөлә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыу айҡанлы иҫтәлекле саралар уҙғарыла.

Сара 11.00 сәғәттә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантана Ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә (элекке «Химик» мәҙәниәт һарайы) уҙа. Программа киске 6-сы яртынан 7-гә тиклем – мәҙәниәт йорто алдында ялан кухняһынан һалдат бутҡаһын, 7-нән 9-сы яртыға ҡәҙәр байрам концертын да үҙ эсенә алған.

«2011 йылдан был дата Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Хәрби хәтер һәм дан көнөндә беҙ Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистарҙы ғына түгел, ә башҡа илдәрҙәге 30-ҙан ашыу хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ», – тип аңлатып үтте сараны ойоштороусылар.