Был турала һорап, уҡыусыларҙың ата-әсәләре ғариза яҙған. Мәғариф өлкәһендәге федераль законға индерелгән үҙгәрешкә ярашлы, уҡыусыларға мәктәпкә йөрөү, йә дистанцион белем алыу буйынса һайлау бирелә. Белем биреү ойошмаларында коронавирус таралыуға бәйле көн һайын тикшереүҙәр үтә, ти республика Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эшләй, балаларҙың тән температураһы тикшерелә.





