“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш операторы Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш операторы Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте
Фото №1 - “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш операторы Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте

Уға 57 йәш ине. “Илдар Әғзәм улы һөнәренең оҫтаһы булды. Эше өсөн янып торҙо. Баҫалҡы, тыйнаҡ, ихлас кеше ине”, - тип хәтергә ала уны коллегалары. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлдәриә Йосопова.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш операторы Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте

Илдар Әғзәм улы рәсми делегацияларҙың эш сәфәрҙәрен яҡтыртты. Йыш ҡына Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә командировкала булды. Ул байрам тапшырыуҙары һәм нәфис фильмдар төшөрөүҙә ҡатнашты. Эштәре бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҙур баһа алды. 2010 йылда “Ике ҡыштан һуң” проекты “ТЭФИ-Төбәк” конкурсында еңеү яуланы. “Иң яҡшылар арабыҙҙан китә”, - ти “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафетдинов.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш операторы Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте

Илдар Насретдинов менән хушлашыу иртәгә Мәскәүҙә үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ