Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, һәр икенсе яғыулыҡ ҡойоу станцияһында халыҡҡа уңай булһын өсөн автомобилдәр өсөн туҡталҡа һәм кафе булырға тейеш. Республика Сауҙа министрлығы хәбәре буйынса 37 инвестор 50-нән ашыу объект төҙөү планлаштыра. Уларға дөйөм алғанда 5 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелә.





