Башҡортостанда коронавирус буйынса шылтыратыуҙарға ҡабул итеү үҙәгенә ауырыуҙан һуң реабилитация буйынса мөрәжәғәт итеүселәр күп. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева әйтеүенсә, төп маҡсат - халыҡҡа ярҙам итеү, дөрөҫ кәңәштәр биреү.





