Өлфәт Мостафиндың исеме мәңгеләштерелә

Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафиндың Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн баһалап уның исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документта республика хөкүмәтенә муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү өлкәһендә Өлфәт Мостафин исемендәге республика премияһын булдырырға, үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында уның исемендәге волейбол буйынса халыҡ-ара турнир үткәрергә, Өфөнөң Калинин районында төҙөлгән волейбол үҙәгенә шулай уҡ Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә һәм тыуған яғы Саҡмағош районында мемориаль таҡтаташ асырға ҡушыла.

Фото №1 - Өлфәт Мостафиндың исеме мәңгеләштерелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ