Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Унда былай тиелә: «Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең яңы этабына күсәбеҙ. Республикаға Гамалея үҙәгенең ике өлөштән торған векторлы вакцинаһының тәүге ҙур партияһы килтерелде. «Гам Ковдл Вак» 1200 дозанан тора. Тәү сиратта хәүеф төркөмөн, коронавирус менән сирләүселәр менән бәйләнештә булған табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе прививкалайбыҙ. Артабан йыл аҙағына тиклем сираттағы партияны көтөргә тура килә. Уның күләме етештереүселәрҙең мөмкинлектәренә бәйле. Киң ҡатлам халыҡты вакциналау маҡсаты ҡуйыла. Шулай итеп коллектив иммунитет булдырыласаҡ. Мутлашыу һәм спекуляцияны иҫкәртеү өсөн шуны ла билдәләү мөһим, вакциналау бушлай. Прививка яһатыу өсөн дәүләт поликлиникалары һәм медицина учреждениеларына йүнәлтмә булыуы шарт».




