Аутизм менән сирләгән балаларға күнекмәләр үткәреүсе йәш белгес «Минең илем – Рәсәй» конкурсының Президент платформаһы номинацияһында еңеү яулаған. Грант ярҙамында ул федераль мәғариф үҙәгендә квалификацияһын күтәрергә, шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. «Беҙҙең проекттың төп үҙенсәлеге – һәр балаға айырым иғтибар бүлеү, йәғни тән үҙенсәлектәренә йүнәлтелгән ҡараш менән эшләү» – ти, адаптив физкультура уҡытыусыһы. Өс йыл дауамында новаторлыҡ методикаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Атап әйткәндә, аутизм менән яфаланыусылар бар күнегеүҙәрҙе лә бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ башҡарырға өйрәнгән.
Үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе тренерҙың эшмәкәрлеген социаль селтәрҙә Радий Хәбиров та юғары баһаланы. «Тренерҙың һәм уның тәрбиәләнеүселәренең ҡулын ҡыҫам!» – тигән Башҡортостан етәксеһе. Әйтергә кәрәк, «Беz границ» хәрәкәте командаһы педагогтары ата-әсәләр менән берлектә эшләй. Улар аутизм менән сирләгән балаларҙы нормаль тормошҡа ҡайтарыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша.
Илдар Байбулатов.




