Заманса обьектты «Астра» инновация технопаркы биләмәһендә киләһе йыл көҙгә сафҡа индереү күҙаллана.
Өфө үҙәгендәге «Астра» спорт биләмәһе 2014 йылдан эшләп килә. Бында тәүҙә 1 мең квадрат метрға яҡын майҙанды биләгән «Флайпарк» батут үҙәге, бейеү студияһы асыла. Заманса үҙәк спорт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килә. Артабан бокс менән шөғөлләнеү, фитнес залы, мини футбол, баскетбол, волейбол майҙандары асыла. Әлеге көндә «Астра» 12 спорт төрөн үҙ эсенә ала. Бында өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа ҙур теләк менән шөғөлләнә. Әле учреждение етәкселеге спорт төрҙәрен арттырыу, майҙандарҙы киңәйтеү хаҡында хыяллана. Әммә проблемалар ҙа бар. Комплекс элек Тимер-бетон ҡоролмалары заводына ҡарау сәбәпле, биләмә сәнәғәт зонаһы тип иҫәпләнгән, уның статусын үҙгәртеү мотлаҡ. Шулай уҡ инфрастурктура менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеү талап ителә. Хужалар үҙ проекты менән менән Республика Башлығына ла мөрәжәғәт иткән.
Был проблемаларҙы хәл итеү бурысы яуаплы министрлыҡ-ведомстволарға йөкмәтелгән. Әле спорт биләмәһендә футбол манежы төҙөлә. Яңы ғына өҫтәл теннисы залы эшләй башлаған. Киләһе йыл Канада стандарттары буйынса ябыҡ хоккей майҙансығы сафҡа индереләсәк. Унда 200-ләп бала шөғөлләнә аласаҡ. Шулай уҡ тағы бер социаль проект күҙ уңында тотола. Ул – аэроторба түңәрәге әммә ул парашютсылар әҙерләү өсөн түгел, фалиж һуҡҡан балаларҙы дауалау маҡсатында асыласаҡ.
Рәмзиә Кәримова.




