Яңыртылған мәҙәниәт усағының уңайлыҡтары менән БСТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ғафури районы халҡы икеләтә ҡыуаныс кисерә. Яңыртылғандан һуң үҙ ишектәрен асҡан район мәҙәниәт йортонда ошо төбәктә йәшәгән табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре, быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ кәсептәре күрһәтелгән.
Мәҙәниәт һарайында бер халыҡ һәм өс өлгөлө балалар бейеү ансамблдәре эшләй. Улар район кимәлендә генә түгел, ә тотош ил күләмендә лә уңыштар ҡаҙанған. Был мәҙәниәт йортонда халыҡ ижад серҙәренә өйрәнеп кенә ҡалмай, ә зауыҡлы итеп ял да итә ала.
Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында тармаҡта ең һыҙғанып эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләнде. Бер төркөм алдынғыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең һәм Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бындай юғары баһа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә яңы шарттарҙа тағы ла емешлерәк ижад итергә мөмкинлектәр аса.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә йыл һайын республикала 20-ләп мәҙәниәт усағы төҙөкләндерелә. Ғафури районында был башланғыстар Башҡортостан Хөкүмәте, мәҙәниәт министрлығы һәм район хакимиәте менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Яңыртылғандан һуң район мәҙәниәт йорто эстән дә, тыштан да танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Тамаша залында йомшаҡ ултырғыстар, яҡтыртыу һәм тауыш аппараты ҡоролған. Иң мөһиме – ошо уҡ залда ғафуриҙар мәҙәни сараларҙан тыш, 3 д форматта заманса кинофильмдар ҙа ҡарай ала.
Гүзәл Борханова.





