Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте байрам табынына күп кеше йыймаҫҡа, ә ғаилә менән бергә үткәрергә кәңәш итә. Мөмкин тиклем саф һауала йөрөү, байрамды дачала йәки баҡса йортонда, ауылда үткәреү яҡшыраҡ була. Яңы йыл каникулында бина эсендә халыҡ күп йыйылған урында булмаҫҡа, йәмәғәт урындарында физик араны һаҡларға һәм битлек кейергә, дезинфекция саралары менән ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайҙалыр сәйәхәт итеүҙән дә тыйылып торорға кәрәк, ти белгестәр.





