Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында яңы йыл байрамдары сикләнгән форматта үтәсәк. Коронавирусҡа бәйле, байрам сараһына ата-әсәләр индерелмәй, шулай уҡ ситтән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, видео төшөрөү өсөн операторҙар саҡырыуҙан да тыйылып торорға кәңәш ителгән.
Быйыл балалар өсөн йыл һайын үткәрелгән республика шыршы байрамы ла уҙғарылмай. Әммә унда ҡатнашырға тейешле балаларҙың барыһына ла яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ. Бынан тыш, яңы инфекция таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн мәктәптәрҙә шыршы байрамдарын асыҡ һауала үткәрергә тәҡдим ителгән.
Гөлдәриә Йосопова.




