Башҡортостан телевидениеһы өсөн оло юғалтыу

Арабыҙҙан беҙҙең телеканалдың баш операторы Илдар Насретдинов китте. Уға 57 йәш ине. Илдар Әғзәм улы республиканың төп йылъяҙмасыһы булды. Уның объективы аша Башҡортостан халҡы һуңғы 25 йылдағы ваҡиғаларҙың шаһиты булды. Ижады Рәсәй һәм республика кимәлендә танылды һәм баһаланды. Сираттағы сюжетыбыҙ һөнәренең оҫтаһы, ярҙамсы изге күңелле хеҙмәттәшебеҙ иҫтәлегенә бағышлана.

Илдар Насретдинов телевидениеға 90-сы йылдар башында килә. Яңы ғына асылған муниципаль Өфө телеканалында тейешле ҡорамалдар, эш өсөн бүләмәләр ҙә булмай. Операторҙар ҡуртымға алынған ВХС камераларында эшләй, эфирға видеояҙмалар авиация университетының оҫтаханаһында әҙерләнә.

Илдар Насретдинов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына нигеҙ һалған операторҙарҙың береһе. Ул оҙаҡ йылдар дауамында рәсми хрониканы алып барҙы. Башта республиканың беренсе Президенты, артабан Башҡортостан Башлығының шәхси операторы булды. Әммә бер ваҡытта ла ябайлығын юғалтманы.

Илдар Әғзәм улы донъяға йылмайып баҡты. Уның көләс йөҙөндә бер ваҡытта ла иңенә төшкән ауырлыҡ сағылманы. Көн дауамында яурынында кәмендә 10 килограмлыҡ бетакам камераһын йөкләп йөрөү, ай-һай еңелдән түгел. Эшен һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарҙы. Телевидениеға яңы килгән йәштәр өсөн остаз булды.

Операторҙар ғына түгел, хәбәрселәр ҙә Илдар Насретдиновтан телевидение һөнәренә өйрәнде. Абруйлы журналистар менән эшләп өйрәнһә лә, йәш хәберселәргә кеселекле булды. Кадрҙа эшләү оҫталығын, интервью һәм стэнд ап яҙҙырыу нескәлектәрен хеҙмәттәштәребеҙ унан өйрәнде.

Илдар Насретдинов эшен яратты. Уңышлы кадр өсөн хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған саҡтары ла булды. Иглин районы Урман ҡасабаһы арсеналындағы шартлауҙарға республика халҡы тап уның объективы аша шаһит булды.

Хеҙмәттәштәре менән өс аҙна самаһы ғына бәйләнештә булманы. Реанимация, тын юлын яһалма елләтеү аппараты һәм мәңгелек. Һуңғыларҙан булып төшөргән Яңы йыл программаһын үҙе ғәҙәти зәңгәр экран аша ҡарай алмаясаҡ. Объектив оҫтаһы Илдар Әғзәм улы Насретдинов шаршамбы, Мәскәү ҡалаһының Бутово зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла.

Фото №1 - Башҡортостан телевидениеһы өсөн оло юғалтыу
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ