Башҡортостан юлдарындағы ҡунаҡханаларҙы төҙөкләндереүгә 5 млрд һум аҡса бүленә

35 эшҡыуар төбәктә кемпинг, кафе төҙөргә теләк белдереп яңы объекттар өҫтөндә эш башланы. Водителдәрҙең һәм туристарҙың ял сәғәттәрен ойоштороу өсөн төҙөләсәк ҡунаҡханаларҙың береһе Салауат районында сафҡа инәсәк. Уларҙағы уңайлы шарттар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким ҡыҙыҡһынды.

Алыҫҡа йөрөгән йөк машина водителдәре өсөн юл буйындағы ҡунаҡхана – берҙән-бер ял урыны. Шуға ла һәр юлсы йөҙәрләгән кафе араһынан иң яҡшыһын һайларға тырыша. Йоҡо бүлмәһе иркен һәм таҙа, ашханаһындағы ризыҡтар тәмле һәм туҡлыҡлы булған урындарҙа юлсылар күпләп йыйыла.

Ял итеү өсөн ҡунаҡхана һайлағанда майҙанына асфальт түшәлгән, таҙа йыуыныу бүлмәләре булған урында ғына туҡтайым. Мин һәр саҡ алыҫ маршрут буйынса йөрөйөм, шуға ла ял сәғәттәрен лайыҡлы урында үткәрергә теләйем.

Максим Петрусенко, водитель

Төбәктә юл буйы сервисын тәртипкә килтереү өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора. 2024 йылға тиклем заманса ҡунаҡханалар төҙөлөшө көтөлә. Уларҙың майҙанында иркен парковка, сауҙа нөктәләре, ял һәм душ бүлмәләре, ашхана буласаҡ. Башланғыстарҙы бойомға ашырыу өсөн өлгөлө ҡунаҡханалар миҫал итеп алына.

Салауат районы аша үткән 4 участкала яңы ҡунаҡханалар төҙөлөшө көтөлә. Яңы объекттың хаҡы 50 млн һумдан ашыу булғанда, инвестор 25 кешене эш менән тәьмин иткән осраҡта эшҡыуар дәүләт ярҙамына өмөт итә ала.

Эшҡыуарҙар ер менән бәйле һорауҙар буйынса компенсация аласаҡ. Шулай уҡ төҙөлөштөң  инженер йүнәлешендә 50 процентҡа тиклем ташлама алып була. Бер объектҡа 30 млн һумға тиклем сумма юлларға мөмкин.

Алексей Гусев, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Салауат районы аша үткән трасса транспорт ағымы көсөргәнешле булған юлдарҙың береһе тип һанала. бынан Силәбе, Һамар һәм башҡа төбәктәрҙән юл тотҡан йөк машиналары үтә. Алдағы йылдарҙа «Янған-тау» геопаркы үҫеше менән район туристарҙың иғтибарын йәлеп итәсәк. Шуға ла заманса кемпинг, ҡунаҡхана төҙөлөшө – төп талаптарҙың береһе булып тора.

Фото №1 - Башҡортостан юлдарындағы ҡунаҡханаларҙы төҙөкләндереүгә 5 млрд һум аҡса бүленә
Башбат

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ