«Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың 10-сы халыҡ-ара «Иҙел» конкурсының гала-концерты үтте. Быйыл күләмле фестиваль бер аҙ үҙгәрештәр кисерә. Атап әйткәндә, сараның конкурс этабы ойошторолмай, Гала-концерт та тамашасыларҙы ғәҙәттәгенән аҙыраҡ ҡабул итте. Йыр байрамына БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова тамаша ҡылды.
Күптәргә Рәфис Сирусин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы булараҡ билдәле. Уға ижад юлына аяҡ баҫырға тап «Иҙел» фестивале ҡанат ҡуйған. Йәш йырсы сәнғәт институтында уҡып йөрөгән сағында бәйгелә ҡатнашып «Башҡорт халыҡ йырҙары» номинацияһы еңеүсеһе тип таныла.
Зилиә Бәхтива «Иҙел» фестиваль-конкурсында тәүге тапҡыр 2013 йылда ҡатнаша, шул ваҡыттан алып бер тапҡыр ҙа йыр-моң байрамын ҡалдырғаным юҡ, ти йырсы.
Халыҡ-ара «Иҙел» фестивале быйыл 10-сы тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ вокал сәнғәтен үҫтереү, мәҙәни хеҙмәттәшлекте булдырыу сараның төп маҡсаты булып тора. Профессиональ йырсыларға талаптар ҙа етдирәк, тип билдәләй ойоштороусылар. Әйткәндәй, баһалама комиссияһы башҡорт һәм татар халҡының иң билдәле йырсылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренән тора.
Быйыл күләмле фестиваль бер аҙ үҙгәрештәр кисерә. Был тәү сиратта санитар талаптарҙы үтәүгә, ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймауға бәйле.
Гала-концертта фестивалдең төп ойошторусыһы Лилиә Баҙамшинаға Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Билдәле эстрада йондоҙҙарына этәргес булып торған йыр байрамы киләһе йылдарҙа ла яңы исемдәр асыр тигән өмөттә ойоштороусылар.
Әлфинә Килдейәрова.





