Экспозиция “Дан һәм батырлыҡ хаҡында...” тип атала. Унда “Абрамцево” музей-ҡурсаулығынан скульптура һәм графика экспонаттары, шулай уҡ ғаиләһе тапшырған фотолар һәм документтар күрһәтелгән. Республика Милли музей мөхәррире Нурия Кинйәбаева әйтеүенсә, күргәҙмә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле экспонаттар менән байытылған
БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәленең авторы булараҡ билдәлелек яулай. Был эше өсөн ул СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. Сосланбәк Тавасиевтың ижадына арналған күргәҙмә 20 декабргә тиклем эшләй. Санитар-эпидемиологик талаптарға бәйле музейға 5 кешенән артмаған төркөмдәр генә индерелә.





