Эшлекле программала иҡтисад, туризм, экспортлау темалары ҡарала. Шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәрендә эшҡыуарлыҡ үҫешенә иғтибар була. ШОСтың эшлекле советы башҡарма секретары Сергей Канавский һөйләй.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ҡатнаш форматта уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө Конгресс-холда йыйылған, шулай уҡ фекер алышыуға онлайн ҡушылырға мөмкин.





