Бөгөн ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола. Ултырыш “Торатау” Конгресс-холында уҙғарыла. Санитар-эпидемиологик талаптарға бәйле сара офлайн һәм онлайн форматта ла үтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта сығыш яһап, иҡтисади яҡтан уҙып барған йылға баһа бирҙе.
Форум 4 көн дауам итә. Иртәгә унда эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. “Бизнес биләмәһе – тормош биләмәһе” тигән форум була, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә милли премия тапшырыла.





