Вуз-ара кампус “Евразия фәнни-мәғариф үҙәге” проекты барышында төҙөлә. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин бөгөн ошо турала Халыҡ-ара бизнес аҙналығында белдерҙе. Донъя кимәлендәге юғары уҡыу йортонда төрлө төбәктәр һәм илдәрҙән 15 меңдән ашыу студент белем алыуы көтөлә. Йәштәргә йәшәү өсөн кампус та төҙөлә.
Рәсәй Хөкүмәте 5 ҡалала донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттарын төҙөргә ҡарар итте. Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге барлыҡҡа килә.





