1 ғинуарҙа халыҡты “Вәғәҙәләр йүгереүе”ндә ҡатнашырға саҡыралар. Марафон бөтә район һәм ҡалаларҙа уҙғарыла, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан. Өфөлә сара Ҡунаҡһарай тирәләй һәм “Ҡашҡаҙан” паркында үтә. Яңы йыл марафоны шартына ярашлы, ҡатнашыусылар түшенә алдан яҙылған вәғәҙәләрен беркетеп, 2 мең 21 метр араны йүгереп йәки скандинав атлауы менән үтергә тейеш. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала, түләргә кәрәкмәй, әммә махсус сайтта алдан теркәлеү талап ителә.





